+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Ғинуар 2025, 12:40

Алтын билдә алдылар

Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләрен тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Алтын билдә алдыларАлтын билдә алдылар
Алтын билдә алдылар

Туймазы ҡалаһының 8-се мәктәбендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының алтын билдәләрен тапшырыу тантанаһы үтте, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

ГТО нормативтарын тапшырыу “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.

2025 йылдың 1 ғинуарынан “Физик культура һәм спортты үҫтереү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу башлана. Дәүләт программаһы физик әүҙемлек өсөн шарттарҙы яҡшыртыуға, спортты популярлаштырыуға, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

– 60 икенсе синыф уҡыусыһы алтын билдә алды. Улар үткән уҡыу йылында, беренсе класта уҡыған саҡтарында норматив тапшырҙы. ГТО комплексы нормативтарын тапшырыу ваҡытында беренсе класс балалары комплекс менән танышты, күнегеүҙәрҙе  дөрөҫ башҡарыу техникаһына өйрәнде, үҙ көстәрен һынап ҡараны. Йәш булһалар ҙа, балалар норматив тапшырыуға бик етди ҡараны. Улар бер-береһе өсөн көйҙө, ярҙам итте, һөҙөмтәләре менән ҡыҙыҡһынды, – ти мәктәп директоры Татьяна Соболева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/916572#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас