+23 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Января 2025, 12:02

4 тонна орлоҡ әҙерләнгән

Башҡортостан урмансылары йыл һайын үҙ питомниктарында һәм йылытмаларында үҫтереү өсөн төрлө ағастарҙың орлоҡтарын әҙерләй. Был йүнәлештә эштәр “Экологик именлек” милли проекты маҡсаттарына ярашлы алып барыла. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

4 тонна орлоҡ әҙерләнгән4 тонна орлоҡ әҙерләнгән
4 тонна орлоҡ әҙерләнгән

Башҡортостан урмансылары йыл һайын үҙ питомниктарында һәм йылытмаларында үҫтереү өсөн төрлө ағастарҙың орлоҡтарын әҙерләй. Был йүнәлештә эштәр “Экологик именлек” милли проекты маҡсаттарына ярашлы алып барыла.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2024 йылда республиканың урман хужалыҡтарында дүрт тонна самаһы урман үҫемлектәре орлоғо әҙерләгән. Улар араһында 2,5 тонна ҡарағай, 455 килограмм шыршы, 116 килограмм ҡарағас һәм башҡа орлоҡтар бар. Шулай итеп, был күрһәткес буйынса план 124 процентҡа үтәлгән, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Яҙ көнө орлоҡтар урман питомниктарында сәселә, ә ике йылдан үҫентеләр “Хәтер баҡсаһы” һәм “Урманды һаҡлайыҡ” кеүек акциялар сиктәрендә урманды тергеҙеү сараларында ҡулланыла, – ти Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Орлоҡ әҙерләү процесы ярайһы уҡ ауыр, даими хеҙмәт талап итә.  Орлоҡтар август-сентябрь айҙарында өлгөрә, шул саҡта тубырсыҡтар йыя башлайҙар. Киптереп, әҙерләгәс, материалдың бер өлөшөн сығышын тикшерәләр, сифаты класын билдәләйҙәр. Сәскәнсе орлоҡтар махсус шарттарҙа һаҡлана.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/915874#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас