Кушнаренко районында асылған яңы поликлиника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса асыла. 2025 йылдан уның дауамы булып “Оҙон һәм әүҙем тормош” милли проекты эшләй башлай.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Медицина ойошмаһы пациенттарҙы 2024 йылдың декабрендә ҡабул итә башланы, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ул көнөнә 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән.
Яңы поликлиникала оло йәштәгеләргә лә, балаларға ла медицина хеҙмәте күрһәтелә. Ул заманса стандарттарға ярашлы йыһазландырылған. Бында терапевтар, педиатрҙар, белгестәр, шәфҡәт туташтары эшләй. Учреждениела диагностика, вакциналау, функциональ тикшереүҙәр кабинеттары ла бар. Уңышлы ойошторолған эш район халҡына тиҙ арала тикшереү үтергә, кәрәкле ярҙам алырға мөмкинлек бирә.
Объекттың дөйөм майҙаны 5 мең квадрат метр тәшкил итә.
– Беренсенән, бында табиптар етерлек. Йәш профессионалдар ҙа эшләй. Икенсенән, диспансеризацияға етди иғтибар бүленә. Был кешеләр тураһында хәстәрлек күреүҙең мөһим өлөшө. Яңы поликлиника кәрәк ине, беҙ уны ярайһы уҡ тиҙ арала төҙөй алдыҡ. Әле тағы ла алты поликлиника төҙөйбөҙ. Дөйөм алғанда, быйыл медицинаның беренсел звеноһын нығытыу ҡарала, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/916017#scroll.