-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Ғинуар , 16:14

15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

2024 йылда Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге эшҡыуарҙарға “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән. Был күрһәткестәр 2023 йылдыҡына ҡарағанда 23 процентҡа юғарыраҡ, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән
15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәтелгән

2024 йылда Башҡортостандың “Минең бизнесым” үҙәге эшҡыуарҙарға “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә 15 меңдән ашыу хеҙмәт күрһәткән. Был күрһәткестәр 2023 йылдыҡына ҡарағанда 23 процентҡа юғарыраҡ, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– “Минең бизнесым” үҙәге – уңайлы һәм һәр кем ҡулланырлыҡ майҙан, ул бизнес өсөн күп хеҙмәттәр күрһәтә. Хәҙер үҙәктең 13 офисы бар. Киләһе йылда Сибайҙа тағы бер офис асырға торабыҙ, – ти Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Үткән йылда 13 меңдән ашыу кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты, үҙмәшғүл һәм физик шәхес һалым түләү, маркетинг стратегияларын булдырыу, бухгалтер иҫәбе, хоҡуҡ һорауҙары, финанс ярҙам төрҙәре һәм башҡа йүнәлештәр буйынса консультация ярҙамы алған. Үҙәк 453 эшҡыуарға һәм 229 үҙмәшғүлгә 800 профилле хеҙмәт күрһәткән. “Бер тәҙрә” форматында 1700-ҙән ашыу комплекслы хеҙмәт күрһәтелгән.

2024 йылда дәүләт ярҙамының яңы төрҙәре индерелгән: “Туристик сувенир”, “Ваҡиғалы сара”, “Турист маршруты”, “Агротуризм”. Улар менән республиканың 200 кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты ҡулланған.

Шулай уҡ үҙәк 257 сара үткәргән, улар араһында белем биреү программмалары, тренингтар, семинарҙар, стратегик сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар бар. Уларҙа 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/915828#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: