+30 °С
Болотло
Милли проекттар
26 Декабрь 2024, 09:55

Студенттарҙың бәпестәренә – балалар баҡсаһы

Вуз-ара студент кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты юғары уҡыу йорто студенттары һәм хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн әсәйҙәр һәм балалар бүлмәһе асты, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Студенттарҙың бәпестәренә – балалар баҡсаһыСтуденттарҙың бәпестәренә – балалар баҡсаһы
Студенттарҙың бәпестәренә – балалар баҡсаһы

Вуз-ара студент кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты юғары уҡыу йорто студенттары һәм хеҙмәткәрҙәренең балалары өсөн әсәйҙәр һәм балалар бүлмәһе асты, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Уҡыу йорто РФ Мәғариф министрлығының “Әсәгә уҡырға ярҙам ит”Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп, бәләкәй балалар баҡсаһы ойоштороуға 2,4 миллион һум аҡса ала. Проект “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Өфө фән һәм технологиялар университетында 50 мең студент белем ала. Вузда 300 студент ғаиләһе иҫәпләнә, уларҙың 112-һенең балалары бар.

– Беҙҙең университетта ошондай бүлмәләр барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. Минең улым был урынды бик оҡшатты, башҡа балалар менән рәхәтләнеп уйнаны, – тип тәьҫораттары менән бүлешә йәш әсәй, Социаль һәм гуманитар фәндәр институты магистранты Алһыу Әбдиева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/908542#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас