Заманса бинала кәрәкле бар шарттар ҙа булдырылған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Арыҫлан ауылындағы яңы фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлыу” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы ФАП-ҡа эргә-тирәләге ҙур булмаған ауылдар беркетелгән. Был ауылдарҙа барыһы 404 кеше иҫәпләнә, уларҙың 35-е – балалар.
Заманса бинала пациенттарҙы Светлана Мещерекова ҡабул итә. Уның хеҙмәт стажы 21 йыл тәшкил итә. Арыҫлан фельдшер-акушер пунктына ул 2021 йылда “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килгән.
– Элек ФАП ауыл клубында урынлашҡан ине. 1991 йылда төҙөлгән бина заманса талаптарға яуап бирмәй. Яңы фельдшер-акушер пунктында кәрәкле бар шарттар ҙа булдырылған. Бинаға һыу, канализация үткәрелгән, ул электр менән йылытыла, кабинеттар кәрәкле мебель һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған, – ти Ҡырмыҫҡалы дауаханаһы баш табибы Феликс Сакаев.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/909168#scroll.