Башҡортостан урман инспекторҙарына квадроциклдар һәм мотоциклдар алынды. Яңы техника киләһе миҙгелдә урманды ҡарау өсөн ҡулланыласаҡ һәм “Экология” милли проектын бойомға ашырырға ярҙам итәсәк, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
– Урман патруле техникаһы Бөрө, Өфө, Стәрлетамаҡ, Йылайыр район-ара биләмә бүлектәренә тапшырылды. Бындай техника урманда эшләү өсөн кәрәк, квадроциклдар тиҙ арала ҙур аралыҡты үтергә булышлыҡ итә. Был бик әһәмиәтле, сөнки урман инспекторҙары эшендә иң мөһиме – оперативлыҡ, – ти Башҡортостан урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов.
2024 йылда Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы тарафынан урманды законһыҙ ҡырҡыу күләме 25 процентҡа кәметелә. Быға ведомствоға ҡараған ойошмаларҙың йыл һайын техника менән тулыландырылыуы ла булышлыҡ итә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/908672#scroll.