+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Декабрь 2024, 09:28

Социаль килешеү меңдән ашыу кешегә үҙ эшен асырға ярҙам иткән

Дәүләт эшҡыуарлыҡ башланғысы өсөн 382 миллион һум матди ярҙам күрһәткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Социаль килешеү меңдән ашыу кешегә үҙ эшен асырға ярҙам иткәнСоциаль килешеү меңдән ашыу кешегә үҙ эшен асырға ярҙам иткән
Социаль килешеү меңдән ашыу кешегә үҙ эшен асырға ярҙам иткән

Дәүләт эшҡыуарлыҡ башланғысы өсөн 382 миллион һум матди ярҙам күрһәткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йыл башынан алып Башҡортостанда социаль килешеү буйынса үҙ эшен асыуға 1,1 мең кеше ярҙам алған, тип хәбәр итә  БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Дәүләт эшҡыуарлыҡ башланғысы өсөн 382 миллион һум матди ярҙам күрһәткән. Халыҡты эш менән тәьмин итеү – “Демография” милли проектының төп бурыстарының береһе.

– Быйыл республикала төрлө йүнәлештә 3,3 мең социаль килешеү төҙөлгән. Улар буйынса 625 миллион һум аҡсалата ярҙам күрһәтелгән, – ти Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Үҙ эшен асыуға ғаиләнең бер тапҡыр 350 мең һум аҡса алыу мөмкинлеге бар. Өҫтәлмә оҫталыҡ кәрәк булғанда программала ҡатнашыусылар түләүһеҙ махсус белем биреү курсы үтә ала.

Бизнес-идеяңды тормошҡа ашырыу маҡсатында социаль килешеү төҙөү өсөн ғаризаны социаль яҡлау органдары, МФЦ бүлексәһе  аша, шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре порталына тапшырырға мөмкин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/902031#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас