+24 °С
Дождь
Милли проекттар
18 Декабря 2024, 04:00

Спорт – ул тотош философия

Күмертау ҡалаһынан йүнсел ҡатын милли проект ярҙамында “ЖизньСпорт” ҡатын-ҡыҙҙар фитнес клубы асҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Спорт – ул тотош философияСпорт – ул тотош философия
Спорт – ул тотош философия

Күмертау ҡалаһынан йүнсел ҡатын милли проект ярҙамында “ЖизньСпорт” ҡатын-ҡыҙҙар фитнес клубы асҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Күмертау эшҡыуары Гөлназ Чернева, “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә дәүләт ярҙамы алып, фитнес клубы асыуға тотона.

Гөлназ Чернева быйыл шәхси эшҡыуар булып теркәлә һәм яңы эш асыу өсөн финанс ярҙам күрһәтеүгә ғариза тапшыра. Ул конкурста еңеп сығып,  276,6 мең һум күләмендә субсидия ала. Ошо көндәрҙә яңы спорт ҡоролмаһы ҡайтарылыуы көтөлә.

– Спорт минең өсөн физик әүҙемлек кенә түгел, көндәлек ығы-зығынан арыныу ысулы ла. Ауыр уйҙарҙан ҡотолоп, башты ял иттерергә, ыңғайға көйләнергә мөмкинлек бирә ул. Спорт – мауығыу ғына түгел, ул тормошобоҙға бәйле тотош фәлсәфәне үҙ эсенә ала. Һәр тренировка, үҙеңде еңеү физик үҙгәрештәргә генә килтереп ҡалмай, үҙ көсөңә ышаныс тыуҙыра, – ти эшҡыуар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/903476#scroll.

Спорт – ул тотош философия
Спорт – ул тотош философия
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас