+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Декабрь 2024, 12:08

Саңғы миҙгеле асылды

 “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә Нуриман районында саңғы миҙгелен асыу тантанаһы һәм саңғыла йүгереү буйынса ярыш үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Саңғы миҙгеле асылдыСаңғы миҙгеле асылды
Саңғы миҙгеле асылды

 “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә Нуриман районында саңғы миҙгелен асыу тантанаһы һәм саңғыла йүгереү буйынса ярыш үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусыларҙы, ҡатнашыусыларҙы ҡеүәтләп, байрам кәйефенә сорналырға теләгән кешеләрҙе йыйҙы, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ярыштар махсус әҙерләнгән трассаларҙа үтә. Сарала тәжрибәле спортсылар ҙа, яңы саңғыға баҫыусылар ҙа ҡатнаша. Дуҫтарса мөхит күптәрҙе физик әүҙемлек алып барыуға дәртләндергәндер.

Саңғыла йүгереү иң популяр ҡышҡы спорт төрҙәренең береһе булып тора. Ул физик әҙерлекте яҡшыртыуға, көслө булыуға, сынығыуға булышлыҡ итә.

– “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты әүҙем үҫешә, алда беҙҙе яңы ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, башҡа саралар көтә, барыһы ла районыбыҙҙа спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырға булышлыҡ итер. Барыһын да спортсыларға ҡушылып, Нуриман районының саңғы трассаларында ҡыштың матурлығына һоҡланырға саҡырабыҙ, – ти район хакимиәте башлығы Вилдан Ситдиҡов.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/903379#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас