+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
17 Декабрь 2024, 04:00

Эшләргә теләгәндәргә мөмкинлектәр арта

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте аша “Алға” махсус иҡтисади зонаһы предприятиеларына 700-ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эшләргә теләгәндәргә мөмкинлектәр артаЭшләргә теләгәндәргә мөмкинлектәр арта
Эшләргә теләгәндәргә мөмкинлектәр арта

Башҡортостанда мәшғүллек хеҙмәте аша “Алға” махсус иҡтисади зонаһы предприятиеларына 700-ҙән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Алға” махсус иҡтисади зонаһында бойомға ашырылған инвестиция проекттары өсөн кадрҙар әҙерләүҙе, уҡытыуҙы, беркетеүҙе ойоштороу мәсьәләләре Башҡортостан Хөкүмәтенең айырым контролендә тора. Предприятиеларға эшселәрҙе уҡытыу “Демография” милли проекты сиктәрендә башҡарыла, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Эшһеҙлектең кәмеүен, эш биреүселәрҙең тәҡдимдәре артыуын күҙәтәбеҙ. Әле республика банкында 52 мең вакансия бар, был йыл башы күрһәткесенән 5 меңгә артығыраҡ. Республика мәшғүллек хеҙмәте предприятиеларҙа кадрҙарҙы һаҡлауға һәм йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашыра. Шул иҫәптән “Алға” зонаһында бойомға ашырылған инвестиция проекттары, атап әйткәндә, “Аркада” сәнәғәт берләшмәһе, “ЗАСПОРТ” фабрикаһы, “Амкодор-Ағиҙел” компанияһы, өсөн кадрҙар һайлау һәм уҡытыу эштәре алып барыла, – ти Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/902045#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас