+30 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Декабрь 2024, 10:38

Мәҙәни тормош гөрләй

Бишбүләк районының Ҡушйылға ауыл мәҙәниәт йортонда 2024 йылда капиталь ремонт үткәрелде. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты һәм республика етәкселеге ярҙамында башҡарылды, тип хәбәр итә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мәҙәни тормош гөрләйМәҙәни тормош гөрләй
Мәҙәни тормош гөрләй

Бишбүләк районының Ҡушйылға ауыл мәҙәниәт йортонда 2024 йылда капиталь ремонт үткәрелде. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты һәм республика етәкселеге ярҙамында башҡарылды, тип хәбәр итә  БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2022 йылдың октябрендә  Ҡушйылға халҡы Тура бәйләнештә Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә һәм клубты йүнәтеүҙә ярҙам итеүен үтенә.

Бинаны яңыртыуға 28 миллион һум аҡса бүленә. Был аҡса бинаның ҡыйығын, йылытыу, һыу менән тәьмин итеү системаларын алмаштырыуға, фасадын йүнәтеүгә, эске яғын биҙәүгә йүнәлтелә. Бынан тыш, тамашасылар залы өсөн яңы ҡәнәфиҙәр, сәхнәгә кәрәк-яраҡ алына.

– Эш сәфәре менән ҡайҙа ғына барһам да, халыҡ клубтарға ремонт үткәреүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Тимәк, ауылдарыбыҙҙа мәҙәни тормош туҡтамай. Ошондай учреждениелар нигеҙендә ижади коллективтар үҫешә, ҡыҙыҡлы проекттар тормошҡа ашырыла. Бындай башланғыстарҙы күтәреп, республика райондарында мәҙәниәт усаҡтарын яңыртыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итербеҙ, – ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/901661#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас