Ул төҙөүселәргә, власть органдарына, муниципалитет белгестәренә тәғәйенләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөнөң өс үлсәүле картаһы ҡала мөхитен анализлау һәм идара итеү өсөн шәп инструмент булып тора, тип хәбәр итә БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы матбуғат хеҙмәте. Был проект инновацион технологияларҙы, мәсьәләләрҙе сисеү ысулдарын, биләмәләр менән идара итеүгә стретегик ҡарашты берләштерә. Яңы һанлы сервистарҙы эшләү “Һанлы иҡтисад” милли проекты бурыстарына тап килә.
– Яңы продукт урындың рельефын, биналарҙың бейеклеген күҙ алдына килтерергә һәм тематик картографик ҡатламдарҙы һалыу мөмкинлеге бирә. Бындай формат ҡала инфраструктураһын проектлау, планлаштырыу, мониторинглау өсөн яңы мөмкинлектәр аса, – тип билдәләй Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.
Проект сиктәрендә 4000-дән ашыу документ һанлаштырылған, улар араһында генераль пландар, ер менән ҡулланыу һәм төҙөлөш ҡағиҙәләре, биләмәләрҙе планлаштырыу һәм ыҙанлау проекттары ла бар. Был мәғлүмәттәр менән төбәктең 63 муниципаль берәмеге лә ҡуллана ала. Система дәүләт хеҙмәттәре өсөн ҡала төҙөү пландары, төҙөлөшкә рөхсәт, объекттарҙы эксплуатацияға индереү кеүек документтар әҙерләүҙе автоматлаштырырға мөмкинлек бирә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/902273#scroll.