+30 °С
Облачно
Милли проекттар
13 Декабря 2024, 04:00

Экспорт күләме артҡан

Башҡортостандан он, ярма, көрпә экспорты күләме 50 процентҡа артҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Экспорт күләме артҡанЭкспорт күләме артҡан
Экспорт күләме артҡан

Башҡортостандан он, ярма, көрпә экспорты күләме 50 процентҡа артҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2024 йылда Башҡортостандан он, ярма, көрпә экспорты күләме 50 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Йыл башынан алып республика агросәнәғәт комплексы предприятиелары сит илгә 21 мең тонна эшкәртелгән ярма продукцияһы экспортлаған. Башҡортостан агропродукцияһын сит илгә оҙатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарының береһе булып тора.

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса ярма продукцияһын донъяның 10-дан ашыу илендә һатып алғандар. Үткән йылдың ошо осоронда һигеҙ илгә 13,2 мең тонна продукция экспортланған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/901070#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас