+30 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Декабрь 2024, 06:17

Тәүге йыл йомғаҡтары

Өфөлә Халыҡ-ара студент кампусы базаһында “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Кампустар менән идара итеүҙең һөҙөмтәле ысулдарын булдырыу” стратегик сессияһы үтә. Сарала Рәсәйҙең 17 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәүге йыл йомғаҡтарыТәүге йыл йомғаҡтары
Тәүге йыл йомғаҡтары

Өфөлә Халыҡ-ара студент кампусы базаһында “Фән һәм университеттар” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Кампустар менән идара итеүҙең һөҙөмтәле ысулдарын булдырыу” стратегик сессияһы үтә. Сарала Рәсәйҙең 17 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Ике йыл элек республикабыҙ конкурста еңеп, “Заманса кампустар селтәре булдырыу” проектының тәүге тулҡынына инде. Беҙ әүҙем эшләнек һәм быйыл февраль айында, Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығында,беҙҙең кампустың беренсе сираты – IQ -парк асылды. Әле Геном үҙәге төҙөлөшө тамамланыу алдында, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.

Андрей Назаров әйтеүенсә, кампустың бер йыл эшләү осоронда 37 мең квадрат метр майҙанда вуз-резиденттар белем биреү, фәнни һәм ағартыу эштәрен алып бара. 18 фәнни-тикшеренеү лабораторияһы урынлашҡан.

Кампуста “СПАРКС” киберспорт үҙәге, “Муха” студияһы менән берлектә анимацион кластер, креатив индустрияларҙы үҫтереү, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү  үҙәктәре урынлашҡан. Бында мәктәп уҡыусылары өсөн даими экскурсиялар үткәрелеп тора. Улар өсөн 190 экскурсия һәм 300-ҙән ашыу сара үткәрелгән. Кампустың эшләү осоронда бында 200 меңдән ашыу кеше булған.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/901054#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас