“РиаПласт” предприятиеһының яңы цехында 200 тегенсе эшләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Туймазыла “Легпром-2024” форум-күргәҙмәһе сиктәрендә яңы “РиаПласт” цехы асылды. Дәүләт ярҙамы менән эш башлаған инвестиция проекты предприятиела 80 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“РиаПласт”яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Төмәнәк ауылының элекке ҡаҙанлығы бинаһында 13 йыл элек эшләй башлаған. Бер нисә тегенсе өс машинала ҙур һауыттар тегә. Заводтың директоры Ринат Шәйҙуллин, етештереү технологияһын камиллаштырып, продукцияны Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә һатыуҙа аҡыллы стратегия ҡулланып, цехты нығыта, киңәйтә.
2021 йылда етештереүҙе киңәйтеү буйынса инвестиция проекты әҙерләнә. Ул “Сәнәғәт сәғәте”ндә ҡаралғандан һуң предприятиеға льготалы шарттар менән ер участкаһы бүленә. Банктан 50 миллион һум күләмендә кредит алына. Быйыл яҙ 4200 квадрат метр майҙанлы цех төҙөлөшө тамамлана.
Льготаларҙы, заводтың үҙ аҡсаһын иҫәпкә алып, проекттың хаҡы 160 миллион һум тәшкил итә. 1000 квадрат метр майҙанлы тағы бер цех төҙөү планлаштырыла.
– Бөгөн яңы цехта 320 белгес эшләй. 2020 йылда 150 мең изделие етештерелһә, әле 200 меңгә тиклем артты. Заводтың “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыуы ярҙам итте, – тип билдәләй завод директоры Ринат Шәйҙуллин.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/900466#scroll.