Үрге Тәтешле ауылында скандинавса йәйәү йөрөүселәр араһында ярыш үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бармыш йылғаһы янында ойошторолған сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үтә. Ярыш Тәтешле районының һәм Пермь крайының Көйәҙе муниципаль округы “Әүҙем оҙон ғүмерлек” клубы әүҙемселәре осрашыуы айҡанлы ойошторолдо, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ярышта әүҙем, сәләмәт тормош яҡлы утыҙ оло йәштәге кеше ҡатнаша. Сара саф һауала үтә. Ойоштороусыларҙың тәбрикләүенән һуң музыка аҫтында күнекмәләр башҡарыла, шунан стартҡа ҡуҙғалалар. Маҡсат – быуаны дүрт тапҡыр урап сығыу. Был сара спорт һәм әүҙем тормош менән шөғөлләнеүгә йәштең оло булыуы ҡамасауламағанын күрһәтә.
Еңеүселәр, призерҙар дипломдар һәм сертификаттар менән бүләкләнә. Бынан тыш, ҡатнашыусыларға ГТО билдәләре тапшырыла.
Ярыштарҙан һуң ҡатнашыусылар “Планета СПОРТ” спорт комплексына саҡырыла, унда теләгәндәр бассейнда һыу инә ала.
“Сарала ҡатнашыусылар әүҙем йәшәү рәүеше алып бара, улар оло йәштә лә йәш һәм сәләмәт булып ҡалырға мөмкин икәнлеген күрһәтә”, – ти Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры Гүзәл Әхмәтдинова.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/898604#scroll.