Белорет районы Йөйәк ауылында социаль-мәҙәни үҙәк төҙөлә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йөйәк ауыл клубы бинаһы авария хәлендә тип таныла. Әле бөтә саралар ауыл мәктәбендә үткәрелә. 150 кеше һыйырлыҡ объект “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлә, тип хәбәр итә Белорет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Подрядсы әле бинаның нигеҙен һалыу менән мәшғүл. Комплексҡа, төп бинанан тыш, модулле ҡаҙанлыҡ, дизель электр станцияһы, инженер селтәрҙәре инә. Подрядсы шулай уҡ биләмәне лә төҙөкләндерә. Үҙәкте 2025 йылда асыу ниәтләнә.
– Яңы бинаның проекты әҙер ине. Уны йәһәтерәк тормошҡа ашырыуға ауылда йәшәгән Гөлсирә Салауатова булышлыҡ итте. Бер инвестиция һабантуйында ул үтенес менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. Яңы бинала Гөлсирә Ислам ҡыҙы йәштәрҙе ҡул эштәренә өйрәтәсәк. Инйәр ауылындағы балалар сәнғәт мәктәбенән уҡытыусылар килеп, ҡурайҙа уйнарға, хореография серҙәрен төшөнөргә ярҙам итә. Клуб – ауылдың йөрәге, унда мөһим саралар үтер, тип көтөлә, – ти Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/896184#scroll.