Әбйәлил районынан Гүзәл Полякова дәүләт ярҙамы менән үҙ эшен аса.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Гүзәл Полякова “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу һәм кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә субсидия алды, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Эшҡыуар өс йыл элек өйөндә үҙмәшғүл булараҡ кейем тегә башлай. Тегенселәр аҙ, матур кейем тектерергә теләүселәр күп, шуға ла был эш менән етди шөғөлләнергә була. 2023 йылда бинаны ҡуртымға алып, Асҡар ауылында ателье-оҫтахана аса. Ике теген машинкаһы, оверлок, башҡа ҡорамалдар ала. Йүнсел ҡатын бер кешегә эш урыны булдырырға ниәтләй. Дәүләт ярҙамына эшҡыуар сигеү машинаһы алған, был күрһәткән хеҙмәттәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итә.
Эшҡыуар үҙ эшен ярата, бигерәк тә эшенең һөҙөмтәһенән клиенттар ҡәнәғәт булыуы күңелен йыуата.
“Әбйәлил районында үҙ проектын тормошҡа ашырырға теләгән һәр кемде район хакимиәтендә көтәбеҙ. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыу өсөн иҡтисад бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Башҡортостандың Инвестиция порталына investrb.ru һылтанмаһы буйынса инеп, бөтә мәғлүмәттәрҙе табырға була”, – ти Әбйәйлил районы бизнес-шерифы Артур Дәүләт баев.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/885344#scroll.