

Башҡортостан йыйылма командаһы “Профессионалдар” чемпионатында 44 миҙал яуланы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Санкт-Петербургта үткән чемпионатта Башҡортостан Ренспубликаһы 44 миҙал яуланы һәм Бөтә Рәсәй профессиональ оҫталыҡ чемпионат хәрәкәтенең лидерҙары араһына инде, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.
– Был еңеү – студенттарыбыҙҙың тырыш хеҙмәте, ныҡышмаллығы, таланты һөҙөмтәһе ул. Улар был ярышта ҡатнашыу өсөн күп ваҡытын бүлде. Балаларҙы әҙерләүгә белемен, ваҡытын һалған педагогтарға ихлас рәхмәтемде еткерәм. Был уңыштар республикабыҙҙа һөнәри белем биреүҙең үҫеше өсөн стимул булыр, тип ышанам, – ти БР мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин.
Чемпионаттың финалында 900 конкурсант, 900 эксперт-остаз, 700 ирекмән, 3 мең “һөнәрҙәр марафонында” ҡатнашыусы, 5 меңдән ашыу эшлекле программа ағзаһы ҡатнаша. Шулай уҡ Ҡытайҙан, Сүриәнән, Әзербайжандан, Әрмәнстандан һәм башҡа илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар.
Быйыл Башҡортостан йыйылма командаһы барыһы 44 миҙал – 7 алтын, 19 көмөш, 18 бронза миҙал яулай.
Чемпионат “Мәғариф” милли проектының “ “Профессионалитет” федераль проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/894866#scroll.