+30 °С
Болотло
Милли проекттар
4 Декабрь 2024, 10:13

Асҡарҙа яңы мәктәп төҙөлә

Әбйәлил районы үҙәгендә яңы полилингваль мәктәп төҙөлә. Көнсығыш-1 биҫтәһендәге мәктәп “Демография” милли проекты сиктәрендә һалына. Ул 640 урынға, ә балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән.  #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Асҡарҙа яңы мәктәп төҙөләАсҡарҙа яңы мәктәп төҙөлә
Асҡарҙа яңы мәктәп төҙөлә

Әбйәлил районы үҙәгендә яңы полилингваль мәктәп төҙөлә. Көнсығыш-1 биҫтәһендәге мәктәп “Демография” милли проекты сиктәрендә һалына. Ул 640 урынға, ә балалар баҡсаһы 160 урынға иҫәпләнгән. 

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Буласаҡ объект урынында кәңәшмә үткәрелде, унда Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Яримов та ҡатнашты, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге. Кәңәшмәлә шулай уҡ подряд һәм субподряд ойошмалары, заказсы һәм уның төҙөлөш өсөн яуаплы вәкиле ҡатнаша.  

Әле мәктәп биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Балалар баҡсаһы бәләкәстәр өсөн уңайлы итеп йыһазландырылған. Бүлмәләр уңайлы, музыка һәм физкультура залы, медпункт, рус, башҡорт, инглиз телдәрен өйрәнеү өсөн өҫтәлмә белем биреү кабинеттары бар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/890350#scroll/

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас