+30 °С
Болотло
Милли проекттар
2 Декабрь 2024, 09:57

“Минең бизнесым” үҙәге ярҙам күрһәтә

Ун ай эсендә Салауаттағы “Минең бизнесым” үҙәге 200-ҙән ашыу эшҡыуарға ярҙам күрһәткән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Минең бизнесым” үҙәге ярҙам күрһәтә“Минең бизнесым” үҙәге ярҙам күрһәтә
“Минең бизнесым” үҙәге ярҙам күрһәтә

Ун ай эсендә Салауаттағы “Минең бизнесым” үҙәге 200-ҙән ашыу эшҡыуарға ярҙам күрһәткән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Салауат ҡалаһында урынлашҡан “Минең бизнесым” үҙәгендә ун айлыҡ эштең барышына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ошо осорҙа филиал белгестәре эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, физик шәхестәр, шулай уҡ Ишембай, Стәрлебаш райондары эшҡыуарҙары өсөн дә 37 сара үткәргән. “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә бизнес нескәлектәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, саминарҙар, шәхси консультациялар, бизнес-уйындар ойошторола.

“Беренселәр хәрәкәте” (“Движение первых”) менән берлектә 14 йәштән өлкән үҫмерҙәр өсөн проект офисы эшләй. Унда йәштәр эшҡыуарлығы һәм социаль проектлау буйынса саралар үткәрелә. Үҙәктә #МойБизнесПомогает сиктәрендә ике мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолған.

Ун ай эсендә 650 консультация үткәрелгән.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/892092#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас