+30 °С
Болотло
Милли проекттар
2 Декабрь 2024, 07:06

Гүзәл ханымдар

Саҡмағош районы үҙәк китапханаһында “Һеҙ булғанға тормош йәмле” тигән сара үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Гүзәл ханымдарГүзәл ханымдар
Гүзәл ханымдар

Саҡмағош районы үҙәк китапханаһында “Һеҙ булғанға тормош йәмле” тигән сара үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә үткән сарала иң әүҙем, талантлы, спорт яратыусы ҡатын-ҡыҙҙар, “Балҡыш” клубы ағзалары ҡатнаша, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 “Балҡыш” клубы етәксеһе Фәнилә Шафиҡова үҙенең һөнәре, ғаиләһе, спортта өлгәшелгән уңыштары, дуҫтары тураһында һөйләй. Райондың Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Алһыу Гәрәева сығышында һәр кемгә изгелек, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ теләй. “Саҡмағош сатҡылары” әҙәби берләшмәһе ағзалары шиғыр һөйләй, йырҙар йырлай. Клуб ағзалары үҙенсәлекле бейеүҙәре, гимнастика номерҙары менән таң ҡалдыра. Осрашыу бик күңелле, ҡыҙыҡлы үтә.

“Бөгөн китапханаға “көмөш” йәштәге иҫ киткес гүзәл ханымдар йыйылды. Сара йылылыҡҡа, һөйөүгә төрөлөп үтте, һәр кем өйөнә байрам кәйефе алып ҡайтып китте”, – ти китапханасы Гөлнара Сәхибгәрәева.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/892086#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас