-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Ноябрь , 11:17

Спорт – йәшәү рәүеше

Ишембайҙа грек-рим (спорт) көрәше буйынса турнир үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Спорт – йәшәү рәүеше
Спорт – йәшәү рәүеше

Ишембайҙа грек-рим (спорт) көрәше буйынса турнир үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ишембай ҡалаһының “Юрматы” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бер юлы ике ҙур ярыш – Башҡортостан Республикаһы беренселеге һәм СССР-ҙың спорт мастеры Александр Григорьев призына турнир үтте.

Саралар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.

Ярыштарға бөтә республиканан көрәшселәр йыйыла. Беренселектә һәм турнирҙа барыһы 166 спортсы ҡатнаша. Турнирға почетлы ҡунаҡтар, билдәле көрәшселәр, спорт ветерандары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, көйәрмәндәр йыйыла.

Ишембай спортсылары ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. 77 килограмм ауырлыҡ категорияһында Семен Гаврилов өсөнсө урынды ала. СССР-ҙың спорт мастеры Александр Григорьев призына турнирҙа Илья Кувайцев (100 килограмға тиклем) икенсе урынға сыға, Илнур Хәбибуллин (57 килограмм) өсөнсө урынды яулай.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/888717#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: