Саҡмағош районынан Нәфисә Ғилметдинова кейеҙ баҫыу кәсебен яйға һалған.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Нәфисә Ғилметдинова миҫалында ижадҡа, милли ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөүҙең уңышлы кәсеп башланғысы булып китеү мөмкинлеген күрә алабыҙ, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Эшҡыуар Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында белем ала. Шунда кейеҙ баҫыу сәнғәте менән ҡыҙыҡһынып китә. Мауығыуы кәсепкә әүерелә, хатта килем килтерә башлай. Кейеҙ эштәрен районға килгән ҡунаҡтар һорап ала башлай. 2021 йылда ул үҙмәшғүл булараҡ теркәлә.
Быйыл Нәфисә Ғилметдиноваға бизнесын киңәйтеү маҡсатында “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә финанс ярҙам алыу өсөн ғариза тапшырырға тәҡдим итәләр.
Оҫтаның эштәре Өфөлә сувенир салондарында һатыла. “Ағиҙел” ойошмаһы ла рәссамға ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа ул республика һәм район музейҙарында, галереяларында шәхси күргәҙмәләр ойоштора. Ул башҡорт ҡурсаҡтары, матрешкалар, биҙәүестәр, милли ризыҡтарҙың макеттарын, паннолар, баш кейемдәре, аксессуарҙар эшләй. Оҫта боронғо кәсепте тергеҙеп, Саҡмағош ауылының балалар сәнғәт мәктәбендә “Кейеҙ үҙәге” аса. Балаларға сәнғәт серҙәрен аса, йәш рәссамдар коллективын етәкләй.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/855552#scroll.