+30 °С
Облачно
Милли проекттар
21 Ноября 2024, 08:30

Балалар – киләсәгебеҙ

Иглин районында 1225 кешелек мәктәп асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балалар – киләсәгебеҙБалалар – киләсәгебеҙ
Балалар – киләсәгебеҙ

Иглин районында 1225 кешелек мәктәп асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Иглин ауылының “Йондоҙло” биҫтәһендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 1225 кешегә иҫәпләнгән мәктәп асылды, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Объектта төҙөлөш  эштәре үткән йылдың март айында башлана. Тәүҙә эштәрҙе 2024 йылдың 15 декабрендә тамамлау ҡарала, әммә муниципалитет өсөн әһәмиәтле булған проектты ваҡытынан алдараҡ тормошҡа ашыралар. Төҙөлөш өсөн 1 миллиард 100 миллион һум аҡса бүленә.

Дүрт ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итә. Мәктәп дүрт секциянан тора, унда лабораториялары булған 49 уҡыу кабинеты урынлашҡан. Иркен кластарҙан тыш, мәктәптә 500 урынға иҫәпләнгән ҙур тамаша залы бар. Бинала шулай уҡ 460 урынлыҡ ашхана, стоматология кабинеты урын алған.

Тырышып уҡыр өсөн бында бар шарттар тыуҙырылған. Иглин ауылы халҡы мәктәптең асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә.

– Яңы белем һарайы бик матур килеп сыҡҡан. Балаларға был мәктәптә йылы, уңайлы булһын. Улар – киләсәгебеҙ, һәм беҙ уларға яҡшы булһын өсөн барыһын да эшләрбеҙ, – ти Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/875149#scroll.

Балалар – киләсәгебеҙ
Балалар – киләсәгебеҙ
Балалар – киләсәгебеҙ
Балалар – киләсәгебеҙ
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас