Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары арт-объектҡа йыш килә, бигерәк тә һәйкәл янында фотоға төшөргә яраталар.
Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, ул металдан һәм бронзанан эшләнгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Белорет ҡалаһында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса халыҡ өсөн әһәмиәтле булған йәмәғәт урындарында төҙөкләндереү эштәре башҡарылды, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. ЗАГС эргәһендә, Ағиҙел аша күпер янында йылға буйында төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Шулай уҡ паркта Блюхерға һәйкәл янында ла эштәр дауам итә.
Белорет халҡы яратҡан Уҡытыусылар скверы ҡала уртаһында урынлашҡан. Уны реконструкциялау барышында йәйәү йөрөү зонаһына плиталар һалына, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, видеокүҙәтеү камералары, яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла. Бынан тыш, йәмәғәт урынын бәләкәй архитектура формаһы – уҡытыусы һәм уҡыусы фигуралары биҙәй. Уны скульптор Сергей Ёлкин эшләгән. Скульптураның бейеклеге – 2,5 метр, ул металдан һәм бронзанан башҡарылған. Таҡтаға Дмитрий Менделеевтың һүҙҙәре яҙылған: “Уҡытыусының бар ғорурлығы – уҡыусыларында...” (“Вся гордость учителя в учениках…”). Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары арт-объектҡа йыш килә, бигерәк тә һәйкәл янында фотоға төшөргә яраталар.
Йыл һайын Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса яңынан-яңы йәмәғәт урындары төҙөкләндерелә, элек күҙгә салынмаған урындар күҙгә күренеп күркәмләнә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/882288#scroll.