Бөрйән районы эшҡыуары Рәнис Йәнбирҙин район хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә килә. Хакимиәт менән берлектә проектты бойомға ашырыу өсөн тап килгән урын һайлана, ер участкаһы теркәлә, артабан йүнсел муниципаль субсидия алыуға конкурста ҡатнаша. Трасса өсөн күтәргес һатып алына, 500 мең һум күләмендә сығымының бер өлөшө ҡаплана, тип хәбәр итә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Рәнис Йәнбирҙин туризм өлкәһендә 2020 йылдан бирле эшләй. Әле Ырғыҙлы ауылында туристик базала ике уңайлы ҡунаҡ йорто бар, бәрҙе балығы үрсетә. 2023 йылда Рәнис Ислам улы күтәргесе булған тюбинг трассаһы төҙөргә ҡарар итә. Әле төҙөлөш эштәре башланған да инде. Эшҡыуар трассаны миҙгел башланғансы асырға ниәтләй.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/881502#scroll.