Бөгөн объекттың әҙерлеге 60 процент тәшкил итә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөлә Волга буйы федераль округында иҙ ҙур мәктәп төҙөү дауам итә. Бөгөн объекттың әҙерлеге 60 процент тәшкил итә. Йыл аҙағына тиклем йылылыҡ үткәреү ҡаралған. Артабан иһә эске биҙәү эштәре башҡарыла, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Мәктәп инфраструктура бюджет кредиттары аҡсаһына төҙөлә. Был дәүләт ярҙамы сараһы яңы торлаҡ йорттар, дауаханалар, мәктәптәр, спорт ҡоролмалары төҙөү күләмен арттырырға булышлыҡ итер, тип көтөлә. Былар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарына тап килә.
Кузнецов затоны биҫтәһендәге мәктәп 2200 урынға иҫәпләнгән. Объекттың формаһы үҙенсәлекле: бейектән ҡарағанда уның корпустары алфавиттың тәүге хәрефен хәтерләтә. Был төҙөүселәр өсөн бер ни тиклем ҡатмарлыҡтар ҙа тыуҙыра, һәр блокҡа айырым төҙөлөш краны ҡуйырға тура килә.
Төҙөлөш башлар алдынан ерҙе бер нисә метрға күтәрергә тура килә. Бының өсөн 250 мең кубометр – яҡынса 13 мең йөк машинаһы грунт индерелә.
Уҡыу йорто биләмәһе биш гектар майҙанды биләй. Әле мәктәп бинаһын төҙөү менән бер рәттән спорт зонаһы өсөн майҙан да әҙерләнә. Бында футбол, мини-футбол майҙансыҡтары, теннис корты һәм башҡа объекттар төҙөү ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/877009#scroll.