+30 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Ноябрь 2024, 11:20

“Урмандарҙы һаҡлау”

Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 1,5 миллион төп ағас ултыртылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Урмандарҙы һаҡлау”“Урмандарҙы һаҡлау”
“Урмандарҙы һаҡлау”

Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 1,5 миллион төп ағас ултыртылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Урмандарҙы һаҡлау” акцияһы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелә.

Башҡортостан халҡы ҙур акцияла әүҙем ҡатнаша – быйыл көҙ был һан 100 меңгә еткән, тип хәбәр итә  БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Урманды тергеҙеүҙә башлыса хужалыҡта кәрәкле ағастар, ҡарағай, шыршы ҡулланыла. Айырым райондарҙың үҙенсәлектәрен һәм умартасыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, йүкә үҫентеләре лә ултырттыҡ. Йыл һайын ағас ултыртҡан майҙандар арта бара, был илдәге экологик хәлде яҡшыртыуға дөрөҫ аҙым булып тора, – ти Башҡортостандың урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/880219#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас