+30 °С
Болотло
Милли проекттар
15 Ноябрь 2024, 12:18

1200 хеҙмәткәр һаҡсыл етештерергә өйрәнгән

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың 1200-ҙән ашыу хеҙмәткәре “Процестар фабрикаһы”нда ҡатнашып, һаҡсыл етештереү серҙәренә өйрәнә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге.   #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

1200 хеҙмәткәр һаҡсыл етештерергә өйрәнгән1200 хеҙмәткәр һаҡсыл етештерергә өйрәнгән
1200 хеҙмәткәр һаҡсыл етештерергә өйрәнгән

 “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашҡан предприятиеларҙың 1200-ҙән ашыу хеҙмәткәре “Процестар фабрикаһы”нда ҡатнашып, һаҡсыл етештереү серҙәренә өйрәнә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге.  

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Башҡортостанда етештереү процестары буйынса тәүге уҡыу майҙаны 2019 йылда БР Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге нигеҙендә булдырыла. Ул ҡатнашыусыларға үҙ аллы юғалтыуҙарҙы табып, эш процестарын автоматлаштырыу кәрәклеген билдәләргә ярҙам итә.

“Фабрика”ла уҡыуҙарға һорау күп булғас, компетенциялар төбәк үҙәге шул уҡ йылда федераль стандарттар буйынса тағы бер майҙанды сертификатлай.

– 2024 йылдың июнендә өсөнсө уҡыу майҙаны – “Логистик процестар фабрикаһы” эшләй башланы. Унда келәттә эштәрҙән алып заказдарҙы йыйғанға тиклем ысын логистик процесс моделе булдырылған. Һаҡлау һәм логистика менән шөғөлләнеүсе белгестәр һәр предприятиела бар. Юғалтыуҙарҙан ҡотолоу һәм үҫеш нөктәләрен табыу компанияларҙы башҡаларҙан алғараҡ сығыуға килтерә, – ти Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Башҡортостанда өс уҡыу майҙанында ла уҡыуҙар туҡтауһыҙ бара һәм предприятиелар, графиктары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрен уҡытыу өсөн ваҡыт таба. Уҡыуҙар түләүһеҙ, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты саралары сиктәрендә ойошторола. 2023 йылда – 20, быйыл 21 “фабрика” үткәрелә, киләһе ике йылға ла ғаризалар тултырылған.  

Милли проектҡа ҡушылыу өсөн производительность.рф  сайтында ғариза тапшырырға йәки +7(347)246-83-65 телефоны аша БР Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/880580#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас