Бында Карпов, Самохваловка, Йылҡыбай ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. Был ауылдарҙа йәшәгән 1700 кешенең 240-ы – балалар.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Өфөнөң Калинин районына ҡараған Карпов ауылында яңы модулле табип амбулаторияһы асылды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Табип амбулаторияһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асыла.
Амбулатория заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Бында пациенттарҙы ҡабул итеү бүлмәһе, терапевт, педиатр, ҡатын-ҡыҙҙар, прививка эшләү, процедуралар кабинеттары, көндөҙгө стационар, санузел, медикаменттар һаҡлау өсөн урын бар.
Яңы табип амбулаторияһында Карпов, Самохваловка, Йылҡыбай ауылдары халҡы хеҙмәтләндереләсәк. Был ауылдарҙа йәшәгән 1700 кешенең 240-ы – балалар.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/879561#scroll.