+30 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Ноября 2024, 08:28

Балаларҙың күңелен күрә

Әбйәлил районы эшҡыуары Динә Ибраһимова дәүләт ярҙамы менән бизнесын үҫтерә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Балаларҙың күңелен күрәБалаларҙың күңелен күрә
Балаларҙың күңелен күрә

Әбйәлил районы эшҡыуары Динә Ибраһимова дәүләт ярҙамы менән бизнесын үҫтерә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Динә Ибраһимова эшҡыуарлыҡ менән быйыл ғына шөғөлләнә башлай. Ул Асҡар ауылында “Маугли” балалар ял итеү комплексын ҡуртымға ала.   

Йүнсел балаларҙың тыуған көндәрен үткәрә, юбилейҙар, тематик байрам кисәләре, оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Аниматорҙар, ҙур ҡурсаҡтар ҡатнашҡан үҙенсәлекле шоу программалары ҙур сараларҙа ла ҡулланыла, тип хәбәр итә Әбйәлил районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Йүнсел “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, шулай уҡ “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү” муниципаль программаһы буйынса субсидия ала. Дәүләт ярҙамына Динә Ибраһимова ҙур ҡурсаҡтар, әкиәт геройҙары костюмдары һатып ала, был байрамдарҙы төрлөләндереп үткәрергә булышлыҡ итә.

“Финанс ярҙамы өсөн бик ҡыуандым. 288,997 мең һумлыҡ субсидия бизнес башлау өсөн бик уңайлы булды. Башҡортостан Хөкүмәтенә, район хакимиәтенә ҙур рәхмәтемде еткерәм”, – ти эшҡыуар.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/875434#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас