+30 °С
Болотло
Милли проекттар
14 Ноябрь 2024, 08:48

Ауылда тантана

Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ауылда тантанаАуылда тантана
Ауылда тантана

Благовар районының Иҫке Күсәрбай ауылында капиталь ремонттан һуң мәҙәниәт йорто асылды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты буйынса мәҙәниәт учреждениеһы бинаһына капиталь ремонт үткәреү өсөн ете миллион һум аҡса бүленә.

Бинаның ҡыйығы, тәҙрәләре, ишектәре алмаштырыла, фасады, иҙәндәре, түбәләре яңыртыла. Йылытыу системалары, электр сымдары ла яңыртыла, шулай уҡ янғынға ҡаршы система ҡуйыла, һыу үткәрелә.

Хәҙер Иҫке Күсәрбай клубы матур саралар үткәрерлек заманса бинаға эйә булды, тип хәбәр итә БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Иҫке Күсәрбай мәҙәниәт йорто 1964 йылда төҙөлгән. Бөгөн ул ауылдың мәҙәниәт үҙәге булып тора. Бында балалар, үҫмерҙәр һәм оло йәштәгеләр өсөн байрамдар ғына түгел, ижади түңәрәктәр ҙә алып барыла. Шуға ла ауыл халҡы уның асылырын түҙемһеҙләнеп көттө, – ти Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов.

Тантаналы сарала ауылдың, райондың үҙешмәкәр артистары ҡатнаша.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/880352#scroll.

Ауылда тантана
Ауылда тантана
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас