Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Ноябрь 2024, 09:30

“Za спорт!” сараһы 200-ҙән ашыу кешене берләштерә

Яңауыл районында “Демография” милли проекты маҡсаттарына ярашлы “Za спорт!” сәләмәтлеге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау факторы булараҡ адаптив спорт” тип аталған  сара үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Za спорт!” сараһы 200-ҙән ашыу кешене берләштерә
“Za спорт!” сараһы 200-ҙән ашыу кешене берләштерә

Яңауыл районында “Демография” милли проекты маҡсаттарына ярашлы “Za спорт!” сәләмәтлеге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау факторы булараҡ адаптив спорт” тип аталған  сара үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара 200-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Улар араһында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар, хәрбиҙәр, инвалидтар ойошмаһы, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды вәкилдәре, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр, тренерҙар һәм физик культура уҡытыусылары, Шайморатов һәм кадет кластарында уҡыусылар, райондың мәғариф, физик культура һәм спорт системалары етәкселәре һәм белгестәре ҡатнашты, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Адаптив спорт махсус хәрби операциянан ҡайтҡан хәрбиҙәргә ҡәҙимге тормошҡа яраҡлашырға мөмкинлек бирә. Ул һаулыҡты һаҡларға, тәнде һәм йәнде нығытырға булышлыҡ итә. Спорт тормош асылын аңларға һәм яңы ысынбарлыҡта үҙеңде табырға ярҙам итә”, – ти район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гәүһәр Миндиярова.

Фото һәм сығанаҡ –  https://contenta.info/press_releases/873514#scroll.     

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: