Салауат урман хужалығында киләһе йылда урман культуралары ултыртыу өсөн урын әҙерләйҙәр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эшкәртелгән ерҙең майҙаны 105 гектар тәшкил итә.
Урманды тергеҙеү буйынса саралар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға уңышлы нигеҙ һалыуға тиң.
Урманды тергеҙеү – оҙайлы һәм ауыр эш. Унда үҫемлектәрҙең орлоғон әҙерләү, урман участкаларын таҙартыу, культуралар өсөн ерҙе әҙерләү, ағастарҙы ултыртыу һәм агротехник тәрбиәләү инә.
– Урман культуралары өсөн ерҙе әҙерләү буйынса башҡарылған эштәрҙең сифаты яҡшы булды, ул техник бурыстарға ярашлы эшләнде, – ти Салауат урман хужалығы директоры Рәфит Бәҙретдинов.
Яҙын бында йәш шыршылар, ҡарағайҙар ултыртыласаҡ.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/873463#scroll.