+30 °С
Болотло
Милли проекттар
5 Ноябрь 2024, 10:42

Учалы районында – “Музейҙар төнө”

М.Мортазин исемендәге музей “Музейҙар төнө-2024” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы сиктәрендә төрлө саралар үткәрҙе. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Учалы районында – “Музейҙар төнө”Учалы районында – “Музейҙар төнө”
Учалы районында – “Музейҙар төнө”

М.Мортазин исемендәге музей “Музейҙар төнө-2024” Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһы сиктәрендә төрлө саралар үткәрҙе.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хәбәр итеүенсә, саралар “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторола.

“Үҙ ҡулдарың менән” күргәҙмәһендә сигеү, тегеү буйынса оҫталарҙың эштәре күрһәтелә.

Оҫта Гөлсирә Ғарипова тамбурлы сигеү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Был боронғо ҡул эшенең артыҡ ауыр булмауы хаҡында һөйләй ул. Бары энә, төҫлө ептәр, кирге генә кәрәк. Туҡыманың төрлөһөн ҡулланырға мөмкин. Оҫта үҙенең эштәрен күрһәтеп, сигергә лә өйрәтә.

“Музейҙар төнө-2024” акцияһында маскировка селтәре үреүгә лә өйрәтәләр. Был эшкә һәр кемдең үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлеге бар. Был көндө бер маскировка селтәре үрелә, ул махсус хәрби операцияға ебәреләсәк.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/874141#scroll.

Учалы районында – “Музейҙар төнө”
Учалы районында – “Музейҙар төнө”
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас