Яңы фельдшер-акушер пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Балтас районының Иштирәк ауылында яңы модулле фельдшер-акушер пункты асылды. Яңы ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһы буйынса төҙөлгән, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Яңы фельдшер-акушер пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы төҙөлгән. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү һәм персоналға эшләү уңайлы булһын өсөн кәрәкле барлыҡ йыһаз ҡуйылған. Бында фельдшер кабинеты, ҡатын-ҡыҙҙар бүлмәһе, процедура эшләү, пациенттар өсөн көтөп тороу бүлмәләре, санузел, персонал, медикаменттарҙы, йыйыштырыу өсөн әйберҙәрҙе һаҡлау өсөн бүлмәләр бар. Оло йәштәге һәм хәрәкәте сикләнгән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған.
2019 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 500-ҙән ашыу модулле конструкция, капиталь табип амбулаторияһы, фельдшер-акушер пункты алған, 100 һаулыҡ һаҡлау объектына капиталь ремонт яһалған, 400-ҙән ашыу автомобиль һәм күсмә медицина комплексы, 30 мең берәмек медицина ҡоролмаһы алынған. 2025 йылда республика райондарында 135 модулле ФАП ҡуйыу ҡаралған.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/873474#scroll.