+30 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Ноября 2024, 09:05

“Стимул” программаһы буйынса автомобиль юлы

Башҡортостан Республикаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған торлаҡ төҙөлөшөн стимуллаштырыу программаһында әүҙем ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Стимул” программаһы буйынса автомобиль юлы“Стимул” программаһы буйынса автомобиль юлы
“Стимул” программаһы буйынса автомобиль юлы

Башҡортостан Республикаһы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Торлаҡ” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған торлаҡ төҙөлөшөн стимуллаштырыу программаһында әүҙем ҡатнаша, тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Әле “Стимул” программаһы буйынса Башҡортостанда һигеҙ программа объектында төҙөлөш бара. Улар араһында ике автомобиль юлы һәм алты инженер инфраструктураһы бар. Эксплуатацияға индерелгән һуңғы объекттарҙың береһе тип Өфөнөң Октябрь районында урынлашҡан Архитектор Рехмуков урамы буйынса юлдың беренсе этабын атарға мөмкин. Уның оҙонлоғо – 400 метрҙан ашыу. 2023 йылда төҙөлгән Муса Гәрәев урамы менән бергә автомобиль юлдары торлаҡ йорттарға һәм бер ай элек кенә төҙөлөп бөткән Спорт көрәше үҙәгенә барып етеүҙе еңеләйтә” , – тип билдәләй Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Никита Стасишин.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/870744#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас