+30 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Ноября 2024, 09:54

Башҡорт Үргенендә мәҙәниәт йорто асылды

Мәҙәниәт йортона “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса капиталь ремонт яһалған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡорт Үргенендә мәҙәниәт йорто асылдыБашҡорт Үргенендә мәҙәниәт йорто асылды
Башҡорт Үргенендә мәҙәниәт йорто асылды

Мәҙәниәт йортона “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса капиталь ремонт яһалған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Был көндө ауыл халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Мәҙәниәт йорто – ауылдың мөһим ваҡиғалары менән бәйле урын. Ул ял итеү урыны ғына түгел, ижади һәләттәрҙе, яңы таланттарҙы асыу ере лә.  

Капиталь йүнәтеүгә 6947,4 мең һум аҡса бүленгән. Уның 6600 мең һумы – республика ҡаҙнаһынан, ә 347,4 мең һумы – урындағы бюджеттан. Был аҡсаға бина үҙе, ҡыйығы, фасады йүнәтелә. Мәҙәниәт йортонда ҡәнәфиҙәр алмаштырыла, тамаша залы үҙгәртелә.

“Хәҙер ауыл халҡының стандарттарға яуап биргән яңы мәҙәниәт йорто бар. Үҙешмәкәр артистар өсөн уңайлы, матур бинала ижадын үҫтерергә мөмкинлектәр тыуҙы”, – ти Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Әминә Шафиҡова.

Мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында матур программа әҙерләнгән. Ҡунаҡтар биҙәү-ҡулланма сәнғәт күргәҙмәһе менән танышты. Артабан Үрген һәм Новопетровский ауылдары мәҙәниәт йорттары, район мәҙәниәт йорто коллективтары һәм солистары ҡатнашыуында байрамса концерт программаһы ойошторолдо, тип хәбәр итә Ейәнсура районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/871983#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас