Форум 28 ноябрҙә Мәскәү өлкәһендәге “Сенеж” идаралыҡ оҫтаханаһында үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан предприятиелары “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм остазлыҡ” форумында ҡатнаша
Ҡатнашыусылар өсөн 40 спикер сығыш яһай.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә йыл һайын үткәрелгән “Остазлыҡтың иң яҡшы практикалары” конкурсының федераль этабы һөҙөмтәләре форум барышында иғлан ителә. 15 еңеүсене һәм призерҙы билдәләйҙәр. Биш номинация ҡаралған: “Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең алдынғы технологиялары”, “Йәштәрҙе һөнәри үҫтереү”, “Предприятиела һанлы инновациялар”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса остазлыҡтың иң яҡшы практикалары”, “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһында остазлыҡ”.
Федераль форумда Башҡортостандан төбәк этабында еңеүсе “Башҡортостан ҡала-ара пассажир компанияһы” акционер йәмғиәте ҡатнаша. Шулай уҡ “Нефтекама яһалма күн етештереү берләшмәһе” акционер йәмғиәте һәм “Стәрлетамаҡ фиброцемент заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең дә ҡатнашыуы ихтимал.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/870470#scroll.