Учалы районының Муса Мортазин музейында уҡыусылар өсөн “Рәсәй ҡалалары” тип аталған квиз үтте.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уйынға Озерный ауылы урта мәктәбе уҡыусылары килде. Сәйәхәттәр һәм тарихҡа бәйле уйын алты раундтан торҙо, тип хәбәр итә Учалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Алып барыусының билдәле тематикаға ҡоролған һорауына яуап биреү өсөн билдәле ваҡыт бүленә. Һәр дөрөҫ яуапҡа балаларға жетон бирелә. Уйын аҙағында һөҙөмтәлә иҫәп тиңләшә. Балалар уйынды бик оҡшата. Рәсәй ҡалалары тураһында байтаҡ яңылыҡ белеп, белемдәрен нығытырға ла өлгөрәләр. Сара аҙағында ҡатнашыусыларға татлы бүләктәр тапшырыла.
“Рәсәй – уникаль тарихы һәм мәҙәниәте булған ҙур ил. Һәр ҡаланың үҙ тарихы, иҫтәлекле урындары, уны башҡаларға танытҡан үҙ билдәле кешеләре бар”, – ти сараны ойоштороусылар.
Сара “Мәҙәниәт” милли проектының “Ижади кешеләр” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторола.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/867963#scroll.