0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Октябрь , 12:12

Бындай канал донъяла берәү

“Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә яңы спорт объектында йөҙөү слаломы буйынса ярыштар тамамланды. Унда Рәсәйҙән һәм Беларуссиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бындай канал донъяла берәү
Бындай канал донъяла берәү

“Рәсәй – спорт державаһы” халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә яңы спорт объектында йөҙөү слаломы буйынса ярыштар тамамланды. Унда Рәсәйҙән һәм Беларуссиянан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан 120-нән ашыу спортсы ҡатнашты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһынан 11 спортсы ҡатнаша, улар араһында Рәсәй йыйылма командаһы лидеры Алһыу Миназова ла бар, тип хәбәр итә БР Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Был каналды булдырыуҙың идеяһын 2012 йылда Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы тренеры Валентина Петровна Егорова уйлап тапты. Проектлау эше оҙаҡҡа һуҙылды, ауырлыҡтар ҙа сығып торҙо, әммә канал бик уникаль һәм ҡыҙыҡлы килеп сыҡты. Уның бер үҙенсәлеге – кешеләр йәшәгән ерҙә урынлашыуы, был унда йәш спортсыларҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итер. Бында һәр саҡ һыу йылы – уға оҡшаған канал донъяла юҡ”, – ти Рәсәй йөҙөү слаломы федерацияһының техник директоры Игорь Брадис.

Ярыштар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә үтә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/865911#scroll.

Бындай канал донъяла берәү
Бындай канал донъяла берәү
Бындай канал донъяла берәү
Бындай канал донъяла берәү
Бындай канал донъяла берәү
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: