+30 °С
Болотло
Милли проекттар
23 Октябрь 2024, 09:59

Һанлы технологиялар аша – спортҡа

 “СпортТрек” проекты “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы башланғысында булдырылған. Ул йәштәрҙе спортҡа яңы системалар аша йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һанлы технологиялар аша – спортҡаҺанлы технологиялар аша – спортҡа
Һанлы технологиялар аша – спортҡа

 “СпортТрек” проекты “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһы башланғысында булдырылған. Ул йәштәрҙе спортҡа яңы системалар аша йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ил Президенты Владимир Путин 2030 йылға тиклем халыҡтың 70 проценты спорт менән шөғөлләнергә тейеш, тигән маҡсат ҡуйҙы. Был эштә йәштәргә ҙур иҫәп тотола.

Мәсьәләне хәл итеүҙә һанлы технологиялар һәм геймификация булышлыҡ итергә тейеш, ти “СпортТрек” проекты етәксеһе Елена Фролова.

“Әлеге мәлдә үҙеңде яҡшы тоясаҡһың, һаулығың ныҡлы була, тип вәғәҙә итеү генә етмәй. Беҙ, геймификация – йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу өсөн иң һөҙөмтәле ысул, тигән һығымта яһаныҡ, сөнки  “альфа” һәм “зет” быуыны тормошон заманса технологияларҙан тыш күҙ алдына килтерә алмай”, – ти ул.

“СпортТрек” проекты һанлы платформа һәм мобиль ҡушымта буйлап таба. Уны ҡулланыусылар төрлө күнегеүҙәр башҡара, сараларҙа, конкурстарҙа, күнекмәләрҙә ҡатнаша һәм бының өсөн балдар ала. Был балдарҙы приздарға, билеттарға алмаштырырға мөмкин. Иң яҡшылар Мәскәүгә финал сараға саҡырыла.

Һанлы платформаны башта  биш юғары уҡыу йортонда һынап ҡарайҙар. Проект ыңғай һөҙөмтәләр күрһәтә. Хәҙер инде теләгән һәр кем мобиль ҡушымтала теркәлеп, күнекмәләр башҡара ала.

 

Александр КОРОЛЕВ фотоһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас