+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Октябрь , 16:17

ГТО тапшыралар

Туймазы районы пенсионерҙары спортта уңыштары менән ғәжәпләндерә. Улар иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ынтыла. Спорт клубтарында тәрбиәләнеүселәр ҙә ГТО нормативтарын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был саралар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы ойошторола. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

ГТО тапшыралар
ГТО тапшыралар

Туймазы районы пенсионерҙары спортта уңыштары менән ғәжәпләндерә. Улар иң яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә ынтыла. Спорт клубтарында тәрбиәләнеүселәр ҙә ГТО нормативтарын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Был саралар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы ойошторола.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бына ГТО нормативы тапшырырға Николаевтар ғаиләһе килгән. Улар “алтын” һәм “көмөш” билдәләр ала. Ғаилә йәштән спорт менән дуҫ. Евгений Николаев – еңел атлетика буйынса Башҡортостан чемпионы. Әле ул йога менән шөғөлләнә, район буйлап велосипедта, ҡышын саңғыла йөрөй, тренажер залына ла йыш килә.  Тормош иптәше лә йәш сағында гимнастика, акробатика менән шөғөлләнгән, әле бассейнға йөрөй.

Йәштәр ҙә норматив тапшырыуҙа ҡатнаша. “Юлбарыҫ” спорт клубы тәрбиәләнеүселәре йыл һайын был сараға килә. Тренерҙары Константин Ртищев та, алтын билдәгә нормативтар тапшырып, йәш спортсыларға өлгө күрһәтә Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“ГТО комплексын тапшырыу физик үҫеш өсөн файҙалы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыуға ҙур аҙым ул. Һәр балаға үҙ һәләттәрен белеү ҙә ҡыҙыҡ”, – ти  Константин Ртищев.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/860694#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: