+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь , 13:33

Владимир Путин һәм Радий Хәбиров «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштарында булды

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Бында махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштары үтә.

Владимир Путин һәм Радий Хәбиров «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштарында булды
Владимир Путин һәм Радий Хәбиров «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштарында булды

17 октябрҙә Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путин Рима Баталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәгендә булды. Бында махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Беҙҙең заман геройҙары» ярыштары үтә.

Дәүләт Башлығы менән бергә осрашыуҙа Президент ярҙамсыһы Алексей Дюмин, илдең спорт министры Михаил Дегтярёв, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Турнирҙа ҡатнашыусылар Рәсәй Президентына ярҙамы һәм ветерандарға иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Ғүмерем буйына иҫләйәсәкмен! Тотош Рәсәй һәр ваҡыт хәтерләйәсәк! – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин. – Һеҙҙең кеүек характерға эйә, пулялар аҫтына барырға ҡурҡмаған кешеләр өсөн ниндәйҙер ҡаршылыҡтар булыуы мөмкин түгел, тип ышанам.

Билдәләп үтәйек: турнир XII «Рәсәй – спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумы сиктәрендә үтә. Ярыштарҙа илдең һигеҙ төбәгенән – Башҡортостандан, Удмуртиянан, Татарстандан, Пермь крайынан, шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Һамар һәм Ырымбур өлкәләренән 60-тан ашыу инвалид ветеран ҡатнаша. Программаға өҫтәл теннисы, ултырып волейбол уйнау, армрестлинг, уҡтан атыу, пуля менән атыу һәм пауэрлифтинг буйынса ярыштар инә.

2019 йылда төҙөлгән спорт әҙерлеге үҙәге – Рәсәйҙең алдынғы паралимпия объекттарының береһе. Уның майҙаны – 37 мең квадрат метрҙан ашыу. Комплекста универсаль спорт залдары, бассейндар һәм еңел атлетика юлдары бар. Үҙәктең һыйҙырышлығы бер юлы 3 900-ҙән ашыу спортсыны һәм тамашасыны ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.

Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн яраҡлаштырылған 5 400-ҙән ашыу спорт объекты эшләй. Төбәктә 42 мең кеше адаптив спорт менән шөғөлләнә.

Республика махсус операция ветерандарына әүҙем ярҙамлаша, уларҙы адаптив физик культура һәм спорт программаларына йәлеп итә. Атап әйткәндә, Башҡортостанда тормошҡа ашырылған «Батырлыҡ» проекты ветерандарға спорт аша һаулығын тергеҙергә һәм физик әүҙемлекте арттырырға булышлыҡ итә. Проектта ҡатнашыусылар өсөн, уларҙың һаулыҡ торошон һәм мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып, индивидуаль күнекмәләр программаһы әҙерләнә.

Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Президенттың республикаға һәм уның халҡына ҙур ихтирам менән ҡарауын билдәләне.

– Мин Президентҡа ир-егеттәребеҙҙең нисек алышыуы хаҡында еткерҙем, уларҙың фекерҙәре тураһында һөйләнем. Улар менән аҙаҡҡы тапҡыр осрашҡанда, арыған булһалар ҙа, телдәрендә тик бер һүҙ ине – Еңеү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

 

Фото һәм мәғлүмәт Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас: