+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь , 10:11

Ағас кубиктар – сит илгә

Wood Kubik бренды аҫтында өҫтәл уйындары етештергән компания халыҡ-ара баҙарға сыҡҡан. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Ағас кубиктар – сит илгә
Ағас кубиктар – сит илгә

Wood Kubik бренды аҫтында өҫтәл уйындары етештергән компания халыҡ-ара баҙарға сыҡҡан.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Быға Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге ойошторған вебинарҙарҙа ҡатнашыу, сит ил маркетплейстарына сығыу буйынса хеҙмәттәре менән ҡулланыу булышлыҡ иткән. Предприятиеға ярҙам итеү “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тормошҡа ашырылған, тип хәбәр итә БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Йыл башынан Экспортҡа ярҙам итеү үҙәге булышлығында халыҡ-ара маркетплейстарға 93 тауар менән 22 республика предприятиеһы сыҡты. Уларҙың тауары Alibaba, Etsy, Noon, Amazon, Lazada, Uzum, Topfranchise кеүек билдәле майҙандарға ҡуйылды. Экспортҡа ярҙам итеү күләме 800 мең АҠШ доллары тәшкил итте. Беҙҙең тауарҙар 28 илгә сыҡты, – ти Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Маргарита Болычева.

Проектты булдырыусы Ләйсән Шәрифуллина әйтеүенсә, компания юлын ғаилә оҫтаханаһы булараҡ башлай. Бәләкәс улдарын шатландырыу теләге менән улар ағас кубиктар эшләй, хәҙер улар әллә күпме баланың яратҡан уйынсығына әйләнгән.

– Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек итеү компания өсөн бик уңышлы булды. Улар булышлығында беҙ Amazon маркетплейсы аша халыҡ-ара баҙарға сыҡтыҡ, хәҙер беҙҙең продукцияны Рәсәйҙә генә түгел, АҠШ-та, Чилиҙа ла алыу мөмкинлеге бар, – ти эшҡыуар.

Башҡортостан Республикаһының экспортҡа ярҙам итеү үҙәге тауарын экспортҡасығарырға теләгән эшҡыуарҙарға финанс һәм финанс булмаған ярҙам күрһәтә.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/856793#scroll.   

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: