+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Октябрь , 15:52

Заманса мәшғүллек үҙәктәре

Башҡортостанда 10 “Рәсәйҙә эш” модулле кадрҙар үҙәге һалына. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Заманса мәшғүллек үҙәктәре
Заманса мәшғүллек үҙәктәре

Башҡортостанда 10 “Рәсәйҙә эш” модулле кадрҙар үҙәге һалына.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, модулле конструкциялар һалыуға республика 147 миллион һум аҡса йүнәлтә.

“Демография” милли проекты сиктәрендә модулле кадрҙар үҙәктәре “Рәсәйҙә эш” кадрҙар үҙәктәре стандарттары буйынса офистар ойоштороп булмаған урындарҙа һалына.

– Әле модулле кадрҙар үҙәктәре Сибайҙа, Мәсәғүттә һалына. Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә, Туймазы райондарында ла килешеүҙәр төҙөлгән, участкалар әҙерләнә. Шулай уҡ Иглин, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар райондарында мәшғүллек үҙәктәре яңы биналарҙа урынлашыр, тип көтөлә, – ти Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/858792#scroll.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: