+30 °С
Болотло
Милли проекттар
16 Октябрь 2024, 04:00

Күсмә дауалау учреждениеһы

Республика стоматология поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Стоматология” мобиль дауалау-профилактик модуле алынды. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күсмә дауалау учреждениеһыКүсмә дауалау учреждениеһы
Күсмә дауалау учреждениеһы

Республика стоматология поликлиникаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Стоматология” мобиль дауалау-профилактик модуле алынды.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ул сифатлы һәм уңайлы стоматология ярҙамы күрһәтеү өсөн талап ителгәнсә йыһазландырылған.

Күсмә дауалау-профилактик модуле Камаз тулы приводлы автомобиль шассийы базаһында эшләнгән. Унда бер табип-стоматолог өсөн эш урыны бар.

Мобиль поликлиника тулыһынса автономлы медицина учреждениеһы булып тора. Универсаль модуль белем биреү һәм дәүләт учреждениеларында, предприятиеларҙа профилактик тикшереү үткәрергә, алыҫ райондарҙа йәшәгән ауыл халҡына стоматологик ярҙам күрһәтергә мөмкинлек бирә, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Күсмә стоматология кабинеты заманса йыһазландырылған, унда табиптар өсөн дә, пациенттар өсөн дә бар уңайлыҡтар булдырылған, – ти стоматология поликлиникаһының дауалау-профилактика бүлеге мөдире Инна Дәүләтова.

Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/859427#scroll.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас