Малаяҙ ауылы балалар сәнғәт мәктәбенә яңы инструменттар, ҡорамалдар һәм уҡыу әсбаптары ҡайтты.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уйын ҡоралдары “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты сиктәрендә алына. Балалар ҡыуанысына саксофон һәм торбалар, рояль, ике фортепиано, шулай уҡ интерактив таҡта, тауыш аппаратураһы, ноутбуктар, принтер, уҡыу әсбаптары һәм әҙәбиәт, күнекмә пэдтары һәм хор станоктары алынған.
Балалар сәнғәт мәктәбе 1967 йылда асыла. Бөгөн бында 392 бала шөғөлләнә. Мәктәп тәрбиәләнеүселәре зона, республика, ил һәм халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнаша һәм лауреат, дипломант исемдәре яулай. Балалар шулай уҡ төрлө сараларҙа ла әүҙем сығыш яһай.
Фото һәм сығанаҡ – https://contenta.info/press_releases/859953#scroll.